Республикала «Йоҡа боҙ» операцияһы дауам итә
Башҡортостанда әлегә көндәр йылы, һауа температураһында кинәт үҙгәрештәр көтөлмәй. Шул уҡ ваҡытта бындай һауа торошон һиллек менән именлек терәге тип тынысланырға ярамай. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре иҫкәртә: балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ! Республика менән идара итеү үҙәге эфирында – Ленария Ямалетдинова, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәткәре, һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре һәм республикала иғлан ителгән «Йоҡа боҙ» операцияһы тураһында һөйләй. Иҫкәртеү саралары 2026 йылдың 6 декабренә тиклем барлыҡ муниципалитеттарҙа үтә. Тулыраҡ – видеояҙмала.
Название:
Республикала «Йоҡа боҙ» операцияһы дауам итә
Категория:
Новости и СМИ